Өфө аэропортында алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулаусыларҙы ҡаршы алдылар17.04.2026

Өфө аэропортында алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулаусыларҙы ҡаршы алдылар

Фото: Инсаф Хужабиргәнов | «Башинформ»

Өфө халыҡ-ара аэропортында алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулаған «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар командаһын ҡаршы алыу тантанаһы уҙҙы. Хоккейсыларҙы аэропортта Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов, көйәрмәндәр һәм спортсыларҙың яҡындары йылылыҡ менән ҡаршы алды.

«Мин беҙҙең ҡыҙҙарҙың «Торнадо» командаһын еңеп, Башҡортостандың спорт еңеүҙәре төбәге булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлаған финал уйынында булыу бәхетенә ирештем. Тап «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы Башҡортостан спортын көслө итә», — тине Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы финалда Воскресенскиҙан «Торнадо»ны 4:0 иҫәбе менән еңде. Башҡортостан хоккейсылары алты тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы һәм ете тапҡыр Рәсәй чемпиондары булды.

Фото: Инсаф Хужабиргәнов | «Башинформ»


Вернуться назад