Яҡташыбыҙ Эрнест Шәрәфетдинов халыҡ-ара турнирҙа бронза миҙал яуланы

Ҡытайҙа каратэ буйынса халыҡ-ара турнир тамамланды. Унда 60 илдән 333 спортсы ҡатнашты.
Илебеҙ исеменән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Эрнест Шәрәфетдинов сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр республиканың спорт министрлығынан. Эрнест 75 килограмм ауырлыҡ категорияһында бронза миҙалға лайыҡ булды.
Эрнест Шәрәфетдинов – Өфөнөң Калинин районының 12-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ул бер нисә тапҡыр донъя чемпионаты призеры, Европа һәм Рәсәй чемпионы, шулай уҡ Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе.