Өфө боксеры Артур Собханғолов донъя чемпионаты призеры менән алышасаҡ

Өфөнән билдәле боксер Артур Собханғолов Тажикстандан донъя чемпионаты призеры, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Баходур Усмонов менән рингта осрашасаҡ. 12 раундтан торған алыш 24 апрелдә Өфөлә үтәсәк.
Профессиональ рингта еңелеү белмәгән Артур Собханғолов еңеүҙәр серияһын дауам итеп Халыҡ-ара бокс федерацияһы рейтингында артабан да юғары урындарға күтәрелмәксе. Әле ул һигеҙенсе килһә, Усмонов унан өс баҫҡысҡа түбәндәрәк. Тажик боксерының иҫәбендә — 12 еңеү (5 нокаут). Ул профессиональ карьераһын 2020 йылда башлай, тәүге алышта Учалы районы егете Вилдан Минасов осраша һәм судьяларҙың айырым ҡарары менән еңеү яулай.
Артур Собханғолов — Рәсәй чемпионаттарында күп тапҡыр миҙал яулаған, IBA.PRO версияһы буйынса Европа чемпионы билбауына эйә булған боксер. Быйыл февралдә Собханғолов филиппин спортсыһы Верджил Виторҙы техник нокаут менән еңеп, ҙур уңышҡа өлгәште.
Шулай уҡ турнирҙа Башҡортостандан тағы ла ике боксерҙың сығыш яһауы көтөлә. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, 2024 йылдағы БРИКС уйындары еңеүсеһе Азалия Әминева Нигериянан Синтия Огунсемилоре менән осрашыуҙа үҙ ауырлыҡ категорияһында Азия чемпионын асыҡлаясаҡ. Профессиональ боксер Данис Ғабдрафиҡов шулай уҡ Азия чемпионы билбауы өсөн Ҡаҙағстандан Рәхәт Сейтжан менән алышасаҡ. Турнир Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев, Рәсәй һәм БР Бокс федерацилары ярҙамында ойошторола.
Ошондай кимәлдәге турнирҙар һәм башҡорт боксерҙарының халыҡ-ара аренала сығыш яһауы республикала был спорт төрөнөң юғары кимәлдә үҫешеүе хаҡында һөйләй. Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров бокстың төбәктә төп дисциплиналарҙың береһе булыуын билдәләне.
«Тәүҙән үк боксты иң үҫешкән спорт төрө итеү бурысы ҡуйҙым. Беҙ күмәк боксты әүҙем үҫтерәбеҙ һәм ҙур ярыштар үткәрәбеҙ. Һуңғы ике йылда беҙ республикабыҙҙағы 40 ҡала һәм районда Бокс федерацияһының 20 яңы филиалын астыҡ. Беҙҙең ир-егеттәр командаһы — Волга буйы федераль округында иң көслө командаларҙың береһе, даими рәүештә призлы урындарға лайыҡ була. Ә Көрәш һарайы асылыу менән беҙҙең спортсылар ярышыу өсөн шәп база алды», — тине ул.