Республика шашкасылары Рәсәй беренселеген еңеү менән башлап ебәрҙе10.04.2026

Башҡортостан спортсылары ике көндә шашка буйынса Рәсәй беренселегендә 18 миҙал яуланы.

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы | матбуғат хеҙмәте

Мәскәү өлкәһендә йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй йәштәр беренселегенең тәүге турнирҙары тамамланды. Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа 18 миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың спорт министрлығынан.

14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Илдар Ғиләжев ике алтын миҙал менән бүләкләнде. Алина Динисламова 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында иң яҡшыһы булды. Рәшит Кәрим турнирҙа алтын һәм көмөш миҙалдар алды (9 йәшкә тиклем).

Студенттар Тамерлан Әхмәров һәм Даниил Ильин 27 йәшкә тиклемге егеттәр араһында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы. Тимур Мәжитов 20 йәшкә тиклемге егеттәр араһында еңеүсе булды. Рәшит Әхмәт 11 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында беренсе урынды алды.

Ринат Кирәев, Асҡар Борханов (17 йәшкә тиклемге егеттәр) һәм Софья Степанова (17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар) көмөш миҙалдарға лайыҡ булды. Егор Брайцев, Милана Хазеева, Арина Максимова, Наҙгөл Ишморатова һәм Самира Булташева бронза наградалар менән бүләкләнде.

Алда спортсыларҙы классик программала ярыштар көтә, унда донъя беренселегендә ҡатнашыу өсөн илдең йәштәр йыйылма командаһы туплана.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-04-10/shashisty-bashkirii-startovali-s-pobedy-na-pervenstve-rossii-4648194



Вернуться назад