10 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рима Баталованың 12-се «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһының абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты.
Республика етәксеһе премия фонды етәксеһе Рима Баталоваға илебеҙ спортына тоғро хеҙмәт иткәне, тыуған республикаһының спорт тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан ике тапҡыр Рәсәйҙең иң спорт төбәге тип танылды, тип иҫкә төшөрҙө ул.
– Беҙ спорт инфраструктураһын үҫтереүгә байтаҡ көс һалабыҙ. Әле республикала 10-ға яҡын спорт объекты төҙөлә. Киләсәктә ҙур еңел атлетика манежын төҙөү планлаштырыла, Президентҡа мөрәжәғәт бар. Был мәсьәләлә федерация ярҙамына ла өмөт итәбеҙ. Быйыл Бөтә Рәсәй федерацияһы ярҙамында Өҫтәл теннисы үҙәген төҙөй башлайбыҙ.
Беҙ кешеләрҙең спорт менән шөғөлләнеүгә ынтылышының ҙур булыуын күрәбеҙ. Көрәш һарайында 1500 бала шөғөлләнә, унда 22 спорт төрө үҫтерелә. Был процесты яйға һалыу бик мөһим.
Республикабыҙҙың «Ауыл тренеры» проекты «Ауыл тренеры» федераль проектына нигеҙ булды. Белгестәрҙе, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән, йәлеп итеү өсөн 2024 йылдан «Ҡала тренеры» проекты ғәмәлгә ашырыла, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәйҙең Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков Радий Хәбировҡа республикала спортты үҫтереүгә шәхси иғтибары өсөн рәхмәт әйтте.
«Һәр төбәктә лә ошондай ярҙамды табыуы мөмкин түгел. Республика миҫалында кардиналь үҙгәрештәрҙе, кешеләрҙең тыуған ерендә йәшәргә һәм эшләргә теләүен күрәбеҙ», – тине Александр Бабаков.