Өфөнән ағалы-ҡустылы спортсылар теннис буйынса халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙал алды

Өфөнән ағалы-ҡустылы Виктор һәм Михей Сидоровтар коляскала теннис буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе булды. Башҡортостан спортсыларының еңеүе тураһында республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итә.
Абруйлы ярыш Көньяҡ Кореяның Пусан ҡалаһында үтте. Унда донъяның 10-дан ашыу иленән, шул иҫәптән Англия, Бразилия, Япония һәм Ҡытай спортсылары ҡатнашты.
Рәсәй исеменән 4 спортсы ғына сығыш яһаны, уларҙың икәүһе – Башҡортостандан. Парлы разряд финалында Виктор һәм Михей турнир хужалары, Көньяҡ Корея тенниссыларын еңде. Яңғыҙ разрядта Михей Сидоров шулай уҡ Көньяҡ Корея спортсыһын еңеп, алтын миҙал яуланы.
«Адаптив спорт беҙҙе яҡшы яңылыҡтар менән ҡыуандырыуын дауам итә. Виктор һәм Михей Сидоровтар йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.