Алһыу Насирова һуҡырҙар спортында алтын миҙал яуланы.

Донъяның 15 иленән 150 спортсы Грузияла һуҡырҙар спорты буйынса Донъя кубогы миҙалдары өсөн көрәште. Дзюдо буйынса юғары награда Башҡортостанға юллана. Алһыу Насирова финалда Төркиә спортсыһын еңде. Ярымфинал алышында яҡташыбыҙ Украина дзюдосыһынан еңеүҙе тартып алды.
«Алһыу – талантлы спортсы. Былтыр ҙа Грузияла ул Европа чемпионы булғайны! Тотороҡлоҡ – оҫталыҡ билдәһе, тиҙәрме», — тип билдәләне республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.
Алһыуҙы Донъя кубогына тренерҙары Валентин Пегов һәм Ольга Бердышева әҙерләгән.