Башҡортостан парашютсылары Рәсәй чемпионатында өсөнсө булды

Башҡортостан спортсылары парашют спорты буйынса Рәсәй чемпионатында һәм беренселегендә бронза миҙалдар яуланы. Ярыштар Кузбаста уҙҙы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Спорт министрлығы.
Яҡташтарыбыҙ «параски» дисциплинаһында республиканы лайыҡлы күрһәтте. Параски-ике төр ярышта Өфө ҡыҙҙары Ирина Абдуллина һәм Виолетта Селедцова бронза миҙалдар алды. Республикабыҙҙың Артём Боровик, Антон Филиппов, Илшат Карамов һәм Олег Шершнёвтан торған ир-егеттәр командаһы уларҙың уңышын ҡабатланы. Параски-ике төр ярыш буйынса шәхси зачетта Виолетта Селедцова шулай уҡ өсөнсө урынға лайыҡ булды.
