Өфөлә Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә көрәш турниры үткәрелә

29 мартта Өфөлә Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге башлана.
Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә илдең 60-тан ашыу төбәгенән йыйылған 16 йәшкә тиклемге йәш спортсылар алышҡа сыға. Өс көн дауамында улар 15 ауырлыҡ категорияһында наградалар өсөн көс һынаша.
Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, турнир спорт көрәше өсөн майҙансыҡ ҡына түгел, шулай уҡ 2022 йылда махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ, өлкән лейтенант Максим Серафимовты иҫкә алыу сараһы ла булып тора. Тамашасыларҙы бай программа көтә.