Юлаевсылар плей-оффтың тәүге уйынында 0:2 иҫәбенә «Автомобилист»ҡа еңелде.

Тәүге осор тигеҙ алышта үтте. Хоккейсылар һаҡ уйнаны, әллә ни асылып китә алманы. «Салауат»тан Артур Фәизовтың шайбаны штангаға эләктереүенән башҡа хәүефле мәлдәр булманы. 15-се минутта ҡаршы яҡтың хоккейсыһы Өфө уйынсыһын зонаға үткәрмәү өсөн уға тубығы менән ҡаты итеп бәрелде. Юлаевсы Алексей Василевский боҙға ауған иптәшен яҡлап хужалар менән һуғышырға тотондо. Һөҙөмтәлә судьялар ике командаға ла штраф сәпәне. «4-кә 4» форматында өфөләр шайбаны ҡапҡаға индереүгә күпкә яҡыныраҡ ине. Әммә команда капитаны Григорий Панин һис кәрәкмәгән урында штраф алып, командаһын кәмселектә ҡалдырҙы. «Салауат» уйынды өс хоккейсы менән дауам итергә мәжбүр булды: тәүҙә ҡапҡаға осҡан шайбаға ҡаршы Егор Сучков һикерҙе, аҙаҡ Василевский кәүҙәһе менән ҡапланы. Сучков ауыр йәрәхәт алып табиптарҙың ярҙамы менән майҙансыҡтан сығырға мәжбүр булды.
Икенсе осор башында «Автомобилист»тың лидеры Даниэль Спронг өс минутта Вязовойҙың ҡапҡаһына ике шайба «һалды»: бер голды контратакала индерһә, икенсеһен көтмәгәндә алыҫтан һуғып керетте. Тик шул ваҡытта ғына юлаевсылар уянғандай булды. Хужаларға ҡаршы ҡатыраҡ уйнарға, ҡапҡаға күберәк ташларға тотондолар. Әммә ҡапҡасылары Галкин ышаныслы уйнаны, юлаевсылар һуҡҡан һәр шайбаны бер ҡулы менән генә итеп эләктерә торҙо. Өфө уйынсылары әүҙемерәк булһа ла, хужалар уйынды контролдә тота ине. Шул уҡ ваҡытта улар урыны менән тупаҫ уйнаны, юлаевсыларҙы сығырынан сығарырға маташты. Үкенескә күрә, судьялар быны күрмәне.
Өсөнсө осорҙа Өфө командаһы ҡаты һөжүм яһаны, хужаларға ҡарағанда ҡапҡаға күп ташланы. Әммә һан барыбер сифатҡа әйләнмәне. Шулай итеп, «Автомобилист» лидерҙары, юлаевсыларҙан айырмалы, үҙ оҫталығын күрһәтә алды һәм ошо арҡылы командаһын еңеүгә килтерҙе. Серия иҫәбе — 0:1. Киләһе уйын 25 мартта ошонда уҡ, Екатеринбургта, үтәсәк.