Республикабыҙ саңғысыһы паравелоспорт буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы23.03.2026

Республикабыҙ саңғысыһы паравелоспорт буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы | матбуғат хеҙмәте

Өфөнән билдәле саңғысы, Сочиҙа үткән Паралимпия уйындарының бронза призеры Александр Давидович паравелоспорт буйынса Донъя кубогында көмөш миҙалдар алды.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, хәҙер Башҡортостан спортсыһының профессиональ карьераһында яңы этап: ул паравелоспорт менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә башлаған.

«Башҡортостан Александр Давидовичты профессиональ биатлонсы һәм саңғысы тип белә. Ул профессиональ рәүештә паравелоспорт менән шөғөлләнә һәм халыҡ-ара аренала сығыш яһай башланы. Таиландта паравелоспорт буйынса Донъя кубогында спортсыбыҙ донъяның алты иленән килгән 115 атлет араһында ике тапҡыр көмөш призер булды», — тип хәбәр итте вице-премьер.

Александр Давидович Ванкуверҙа уҙған Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан, Сочиҙағы Уйындарҙа саңғы ярыштары буйынса бронза призер исемен яулаған. Юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-03-23/izvestnyy-lyzhnik-iz-bashkirii-vzyal-serebro-na-kubke-mira-po-paravelosportu-4623144



Вернуться назад