Белореттан тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова Рәсәй кубогында «бронза» яуланы

Белорет ҡыҙы Тәнзилә Исраилова тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй кубогында бронза миҙал яуланы. Был хаҡта Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Көньяҡ Сахалинда «слалом-гигант» дисциплинаһында тау саңғыһы спорты буйынса ил кубогы үтте. Ярыштарҙың 7-се этабында илдең 19 төбәгенән 117 спортсы ҡатнашты.