Башҡортостан биатлонсылары – Рәсәй кубогы призерҙары02.03.2026

Башҡортостан биатлонсылары – Рәсәй кубогы призерҙары

Башҡортостандың ике спортсыһы биатлон буйынса Рәсәй кубогының финал этабында призлы урын яуланы. Был хаҡта республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә хөкүмәт вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе.

Биатлон буйынса Рәсәй кубогы Златоуст ҡалаһында уҙҙы. Эдуард Латипов ир-егеттәр араһында масс-стартта көмөш призер булды, ә Антон Бабиков финишҡа өсөнсө булып килде.

«Беҙҙең егеттәр үҙҙәренең Рәсәйҙең иң яҡшы биатлонсылары икәнлеген раҫланы. Эдуардҡа финишта Кәрим Хәлилиҙе уҙып китергә аҙ ғына ваҡыт етмәне», – тине спорт министры.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-03-02/biatlonisty-iz-bashkirii-stali-prizerami-kubka-rossii-4598318



Вернуться назад