Команда 17-се тапҡыр илдә иң яҡшылары исемен яуланы.

Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең «Башҡортостан» командаһы ваҡытынан алда, ярыштар тамамланғансы уҡ, боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы.
Ҡыштың һуңғы көнөндә, 28 февралдә, Өфөнөң «Төҙөүсе» стадионында Өфө мотоуҙышсылары, мөмкин булған 40 мәрәйҙән 38-ҙе йыйып, бишенсе этап еңеүселәре булды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенән.
Никита Богданов команда иҫәбенә – 14 мәрәй, Дмитрий Солянников – 13, Иван Гаврилов 11 мәрәй килтерҙе. Өфө уҙышсылары Рәсәйҙең шәхси чемпионатында үҙ класын раҫланы һәм алтын, бронза миҙалдар яуланы.