Яҡташыбыҙ Артур Собханғолов – донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә27.02.2026

Яҡташыбыҙ Артур Собханғолов – донъяның иң яҡшы 10 боксеры иҫәбендә

Фото: Мария Карабанова / социаль селтәрҙәр

Өфөнән Артур Собханғолов донъяның иң яҡшы боксерҙарҙы халыҡ-ара рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. Рейтинг BoxRec порталында баҫылған, тип хәбәр итә республиканың бокс федерацияһы.

BoxRec порталы мәғлүмәттәре буйынса, Собханғолов Олимпия уйындары еңеүсеһе Энди Круз, донъяның көслө боксерҙары Лукас Бахди (Канада), Баходур Усманов (Үзбәкстан) һәм башҡалаларҙы уҙып китеп, 10-сы урынды биләй. Артурҙың иҫәбендә – 11 еңеү (5-һе – нокаут). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 февралдә ул 10 раундлы алышта Верджил Виторҙы (Филиппин) техник нокаут менән еңде.

Артур Собханғолов һүҙҙәренсә, киләһе алышты ул 25 апрелдә Өфөлә үткәрә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-26/ufimets-artur-subhankulov-voshel-v-top-10-luchshih-bokserov-mira-4593556



Вернуться назад