«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда «Себер»ҙе еңеп ҡайтарҙы25.02.2026

Ауыр көсөргәнешле уйын уҙған миҙгелдәге плей-офф серияһын хәтерләтте. Юлаевсылар «Себер»ҙе етенсе осрашыуҙа көскә еңеп сыҡҡайны ул саҡта. Әлеге уйында ла шулай булды. Матч овертаймға тиклем һуҙылып, 3:2 иҫәбе менән тамамланды.

Фото: Валерий Шахов

Тәүге осорҙа «Салауат» күпкә әүҙемерәк булды, өфөләр ҡапҡаға шайбаны дүрт тапҡырға күберәк ташланы. Шул уҡ ваҡытта ике команда ла сәкән менән һуҡҡан өсөн штраф алды. Әммә береһе лә күпселек менән файҙалана алманы.

Икенсе осор башында юлаевсылар бер минут арауығында ике шайба сәпәне. Тәүҙә Данил Алалыкиндың шәп пасынан һуң Денис Ян яңғыҙ һөжүмгә күсте һәм оҙайлы тәнәфестән һуң быйылға икенсе голын индерҙе. Киләһе һөжүмдә Девин Броссоға уңыш йылмайҙы. Легионер ҡапҡаға һуҡмаҡсы булдымы, әллә пас бирергә теләнеме, шайбаны яй ғына шыуҙырып ебәрҙе. Һөҙөмтәлә «Себер» һаҡсыһы Егор Аланов сәкәнен яңылыш ҡуйып, снарядты үҙ ҡапҡаһына оҙатты.

Бындай көтөлмәгән «бүләк» ҡунаҡтарға артығы менән әйләнеп ҡайтты. Тәүге звено һаҡсылары бер-береһенә пасты дөрөҫ бирмәй, шайбаны Тейлор Бекҡа тоттороп ҡуйҙы. Ҡапҡа янында яңғыҙ ҡалған һөжүмсе был мөмкинлек менән файҙаланмай ҡалманы. Артабан «Салауат» ҡаршы яҡтың хаталарын «ғәфү итте», ниңәлер үҙ уйынын таба алмай йонсоно. Ә Новосибирск уйынсылары өфөләрҙе ҡыйыш пастар өсөн йәнә берҙе язаланы. Был юлы Алексей Василевскийҙың хатаһынан һуң һөжүмсе Семен Кошелев ҡапҡа алдында яңғыҙы ҡалып, Семен Вязовойҙы оҫта итеп отоп ҡуйҙы.

Уйын аҙағында ҡунаҡтар аяҡ салып Шелдон Ремпалды ҡаты итеп боҙға ҡолатты. Әммә судьялар ни сәбәптәндер ике яҡта ла ғәйеп табып, һәр командаға 2-шәр минутлыҡ штраф һалды. Йәнәһе, Ремпал үҙе ҡыланып боҙға ҡолаған. Дүрткә дүрт ҡалғас, юлаевсылар етеҙерәк уйнаны. Уйын бөтөүгә 30 секунд ҡалғанда Новосибирск уйынсылары йәнә аяҡ салыу өсөн штраф алды. Шуға күрә уйын өҫтәмә ваҡытта 4-кә 3 тәртибендә дауам итте. «Салауат» тағы ла күпселек менән файҙалана алманы. Әммә был штрафтан һуң улар ҡунаҡтарҙы зонанан сығарманы, уйынды үҙ ҡулына алды. Дин Стюарттың алыҫтан һуҡҡандан һуң шайбаны ҡапҡаға Евгений Кузнецов оҙатты һәм командаһына еңеү яуланы — 3:2 

Был еңеү «Салауат Юлаев»ҡа Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында бишенсе урынға күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Өфө командаһы 26 февралдә үҙ боҙонда «Трактор»ҙы ҡабул итәсәк.



Вернуться назад