Яҡташыбыҙ фехтование буйынса Бөтә Рәсәй турнирында көмөш миҙал алды25.02.2026

Яҡташыбыҙ фехтование буйынса Бөтә Рәсәй турнирында көмөш миҙал алды

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы / телеграм-канал

Өфө спортсыһы Дәүләт Хәйретдинов Мәскәүҙә фехтование буйынса Бөтә Рәсәй турнирында көмөш миҙал яуланы. Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһенең еңеүе тураһында Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Ярымфиналда Дәүләт Түбәнге Новгородтан Даниил Керикты 15:11 иҫәбе менән еңде. Алтын өсөн хәл иткес алышта ул Һамар өлкәһенән Бөтә Рәсәй рейтингы лидеры Кирилл Бородачёв менән осрашты. Был көрәштә Башҡортостан рапирасыһы 5:15 иҫәбе менән еңелде һәм пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-25/ufimets-vzyal-serebro-na-vserossiyskom-turnire-po-fehtovaniyu-4591834



Вернуться назад