Яҡташыбыҙ гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яуланы24.02.2026

Яҡташыбыҙ гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яуланы

Фото: Олег Ефимов / социаль селтәрҙәр

Баҡалы районынан ауыр атлет Азалия Латипова Пермдә уҙған гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһаны.

Муниципалитет башлығы Олег Ефимов хәбәр итеүенсә, 2-се мәктәп тәрбиәләнеүсеһе 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында дәғүәселәренә бер ниндәй ҙә мөмкинлек ҡалдырманы. Азалия 24 килограмлыҡ герҙе 111 тапҡыр күтәрҙе.

Спортсы Бөтә Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулап ҡына ҡалманы, ә Рәсәй йыйылмаһына юллама ла алды. Илдең төп командаһы составында ул Бишкәктә донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-23/zhitelnitsa-bashkirii-zavoevala-zoloto-pervenstva-rf-po-girevomu-sportu-4589151



Вернуться назад