Ноябрьскиҙа муайтай (тай боксы) буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды.

Башҡортостандан 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында Сибай ҡыҙы Зарина Исламова сығыш яһаны. Ул алтын миҙалы яуланы һәм ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.
Алда спортсыны Малайзияла донъя чемпионаты көтә.
Башҡортостан боксерының Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүгә өлгәшеүе хаҡында ла хәбәр иткәйнек.