Республикабыҙ боксеры – Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе18.02.2026

Республикабыҙ боксеры – Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе

Фото: Мария Карабанова / социаль селтәрҙәр

Бәләбәй боксеры Данис Ғабдрафиҡов бокс буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы. СССР-ҙың спорт мастерҙары Юрий Капитонов һәм Владимир Кузин, шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Александр Щедеркин иҫтәлегенә турнир Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында уҙҙы.

Данис Рәсәй спорт мастерҙары менән дүрт алышта ҡатнашты һәм һәр береһендә ышаныслы еңеү яуланы. Бынан тыш, өфөләр Артем Фәтихов һәм Артур Мөхтәров көмөш призерҙар булды. Турнир йомғаҡтары буйынса Башҡортостан спортсылары бокс буйынса Рәсәй чемпионатына һайлап алыуҙы үтте.

Турнирҙа 26 төбәктән бөтәһе 128 боксер үҙ көсөн һынаны.

Данис Ғабдрафиҡов Башҡортостандың бокс буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры Мария Карабанова етәкселегендә шөғөлләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың сентябрендә Ғабдрафиҡов WBA Asia титулын яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-18/bokser-iz-bashkirii-stal-pobeditelem-vserossiyskih-sorevnovaniy-4582506



Вернуться назад