Өфөнөң Фехтование үҙәгендә 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды.

Өфөнән Сөләймән Хәмитов фехтование буйынса Рәсәй беренселегендә алтын миҙалға лайыҡ булды. Башҡортостан вәкиле дүртенсе йыл рәттән ил беренселегендә еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Финал алышында Башҡортостан рапирасыһы Мәскәүҙән Тимофей Мурзинды 15:14 иҫәбе менән еңде.
