Башҡортостан биатлонсылары Бөтә Рәсәй ярыштарында миҙалдар яуланы

Чебоксарҙа Бөтә Рәсәй саңғы һәм биатлон буйынса ярыштар бара. Унда илдең ете төбәгенән 50-нән ашыу терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсы еңеү өсөн көрәшә, тип хәбәр иттеләр республиканың спорт министрлығынан.
Башҡортостан спортсылары өс миҙал яуланы. Есения Солтанова «спринт»та һәм 1,2 километрға йүгереүҙә ике бронза наградаға лайыҡ булды. Елизавета Штырляева 5 километрға йүгереүҙә өсөнсө урынды алды.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфө уҙышсыһы боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты этабында еңде.
