Тәнзилә Исраилова – тау саңғыһы буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы02.02.2026

Тәнзилә Исраилова – тау саңғыһы буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы

Фото: Руслан Хабибов / Башҡортостандың спорт министры

Белореттан тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова өс тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта Башҡортостан вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Рәсәй чемпионаты Красноярскиҙа үтте. Яҡташыбыҙ «параллель слалом» дисциплинаһында Ленинград спортсыһын уҙып китте һәм еңеүгә өлгәште. 

«Был еңеү Тәнзиләнең оҫталыҡ кимәлен тағы бер тапҡыр раҫланы», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр, Башҡортостан спорты тарихында һуңғы 15 йылда тәүге тапҡыр, Тәнзилә Исраилова бер юлы ике дисциплинала («слалом» һәм «слалом-гигант») Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-02/gornolyzhnitsa-iz-bashkirii-tanzila-israilova-stala-trehkratnoy-chempionkoy-rf-4560084




Вернуться назад