Башҡортостанда Бөтә Рәсәй саңғы ярышы ойошторола23.01.2026
Фото: видеонан скриншот / Башҡортостандың Спорт министрлығы

44-се «Рәсәй саңғы юлы» ярышы 14 февралдә үткәрелә. Быйыл спорт байрамының төп майҙансығы – Салауат ҡалаһы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Нефтекамала йәш спортсылар ҙа, совет спорты ветерандары ла стартҡа сыҡты. Бөтәһе 2800-ҙән ашыу саңғысы ҡатнашты.

«Миңә 77 йәш. 1964 йылдан спорт менән шөғөлләнәм, ә «Рәсәй саңғыһы юлы»нда алтынсы йыл ҡатнашам», — ти иң өлкән ҡатнашыусы Александр Васиков.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-01-23/v-bashkirii-proydet-vserossiyskiy-lyzhnyy-zabeg-4548272



Вернуться назад