
Халыҡ-ара ауыр атлетика федерацияһы (IWF) 23 йәшкә тиклемге Рәсәй спортсыларына ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт бирҙе. Был хаҡта Рәсәйҙең спорт министры, илдең Олимпия комитеты башлығы Михаил Дегтярёв «Рәсәй» милли үҙәгендә барған «Белем. Дәүләт» форумында белдерҙе.
«Халыҡ-ара ауыр атлетика федерацияһы 23 йәшкә тиклемгеләрҙең барыһын да флаг һәм гимн менән ҡатнаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте, бөгөн иғлан ителә. Рәсәй Олимпия комитеты тергеҙелгәндән һуң өлкәндәргә лә рөхсәт бирелә», — тине Михаил Дегтярёв.