Башҡортостандан йәш уҡсы Ҡаҙағстанда үткән турнирҙа ике «алтын» алды28.01.2026
Фото: видеонан скриншот / Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдиновтың телеграм-каналы

Ауырғазы районынан 15 йәшлек уҡсы Батырхан Ғайсин Ҡаҙағстанда традицион уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа ике алтын миҙал яуланы. Йәш спортсының һоҡланғыс еңеүе тураһында хакимиәт башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр итте.

Батырхан Ғайсин Талбазы ауылының спорт мәктәбендә Фәһим Ғайсин етәкселегендә шөғөлләнә. 2024 йылда ул 13-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатының бронза призеры булды.

Батырхан 71 тапҡыр уҡтан атыу буйынса республика чемпионаты пьедесталына күтәрелеүе хаҡында һөйләне.

«Республика беренселектәрендә 71 тапҡыр беренсе урынды алдым. Халыҡ-ара ярыштар юғары кимәлдә үтте, оҡшаны», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Батырхан.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-01-27/yunyy-luchnik-iz-bashkirii-vzyal-dva-zolota-na-turnire-v-kazahstane-4552477



Вернуться назад