
2025 йылда Азербайжанда БДБ илдәре уйындары еңеүселәренә һәм призерҙарына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәр ҡаралған. Рәсәй хөкүмәте тейешле закон проектын әҙерләгән.
Документҡа ярашлы, түләүҙәр 2026 йылдың икенсе кварталында башҡарыла. Алтын миҙал өсөн — 125 мең һум, көмөш өсөн — 62,5 мең һум, бронза өсөн 37,5 мең һум премия бирелә. Әгәр спортсы бер нисә награда алһа, һәр береһе өсөн аҡса түләнә.
Шулай уҡ йыйылма командаларҙың тренерҙарын һәм белгестәрен матди дәртләндереү көтә. Алтын миҙал өсөн тренерҙар составына — 61,4 мең һум, белгестәргә 15,3 мең һум ҡаралған.