
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың даими чемпионаты матчында Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын овертаймда 4:3 иҫәбе менән еңде. Виктор Козлов командаһы «йәшел дерби» миҙгелендә икенсе тапҡыр еңеү яуланы.
«Салауат Юлаев» составында Шелдон Ремпал, Денис Ян һәм Владислав Ефремов шайба индерҙе. Овертайм геройы – Егор Сучков. «Аҡ Барыҫ»тан Александр Барабанов шайба ташланы, Илья Сафонов дубль менән билдәләнде.
«Салауат Юлаев» 54 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында алтынсы урынды биләй.
Өфө командаһы 31 ғинуарҙа үҙ майҙанында Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһы менән уйнай.