Башҡортостан спортсыһы мас-рестлинг буйынса Европа беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булды13.11.2025
Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов / телеграм-канал

Башҡортостан спортсыһы мас-рестлинг буйынса Европа беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булды

Башҡортостандан Мальвина Әминева мас-рестлинг буйынса Европа чемпионатында көмөш призер булды. Республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотланы.


Словакияла уҙған турнирҙа донъяның 11 иленән атлеттар ҡатнашты. Мальвина Әминева Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы составында сығыш яһаны. Бүләкләү тантанаһына ул илебеҙ флагы менән сыҡты.


«Бер йыл элек Мальвина яңы асыш булды: Ишембай районында ойошторолған ауыл спорт уйындарында феноменаль һөҙөмтә күрһәтте. Бөгөн иһә ул – Европа чемпионаты призеры. Бында, һис шикһеҙ, уның тренерҙары Раил Бикмаев һәм Вадим Шәйгәрҙәновтың хеҙмәте ҙур», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-11-13/sportsmenka-iz-bashkirii-vzyala-serebro-pervenstva-evropy-po-mas-restlingu-4466026



Вернуться назад