Башҡортостан шашкасылары донъя чемпионатында һәм беренселегендә 6 миҙал яуланы14.11.2025
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостан шашкасылары донъя чемпионатында һәм беренселегендә 6 миҙал яуланы

Төркиәлә йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя чемпионаты һәм беренселеге үтте.

Өфөнән халыҡ-ара гроссмейстер Айнур Шәйбәков донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды, тип хәбәр итте республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов. Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев һәм ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ике көмөш миҙал яуланы. Ишембайҙан Әлиә Әминева бронза миҙал алды.


Стәрлетамаҡтың йәш шахматсылары ла уңыштары менән айырылып торҙо. Розалина Яушева йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя беренселегендә алтын, ә Мелания Мөлөкова бронза миҙалға лайыҡ булды.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-11-14/shashisty-bashkirii-zavoevali-6-medaley-na-chempionate-i-pervenstve-mira-4466964

Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Спорт министрлығы


Вернуться назад