Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булды25.08.2025
Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булды

Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында республикабыҙ спортсыһын еңеүе менән ҡотланы.

Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, Эрнест 2022 йылдан алып үҙенең ауырлыҡ категорияһында каратэ буйынса ил чемпионатында алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл ярыштар Екатеринбургта үтте. Эрнест Шәрәфетдинов турнир финалында Дағстан спортсыһын 7:0 иҫәбе менән еңде.


«Эрнест Николай Балабанов етәкселегендә шөғөлләнә. Афарин! Яҡшы һөҙөмтә!», — тип яҙа Хәбибов.


Бынан алдараҡ Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса Европа чемпионы исемен яулағайны.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-08-25/ernest-sharafutdinov-iz-ufy-stal-chetyrehkratnym-chempionom-rossii-po-karate-4360489



Вернуться назад