Башҡортостандан йәш уҡсылар Ҡаҙағстанда донъя чемпионаты призерҙары булды
Башҡортостан уҡсылары Ҡаҙағстанда донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһаны.
2025 йылдың 19-20 авгусында Аҡтау ҡалаһында балалар һәм юниорҙар араһында уҡтан атыу буйынса донъя чемпионаты үтте. Ярыштарҙа Ҡаҙағстан, Рәсәй, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан спортсылары ҡатнашты.
Рәсәй исеменән турнирҙа Башҡортостандың Һыбай һәм традицион уҡтан атыу федерацияһы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Республикабыҙҙың үҫмерҙәр командаһы халыҡ-ара аренала икенсе урынды яуланы, тип хәбәр итә Ауырғазы районы башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.
Ауырғазынан Батырхан Ғайсин 13-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында бронза миҙалға лайыҡ булды. Бишбүләк районынан Гүзәл Буранғолова 16-17 йәшлек ҡыҙҙар араһында икенсе урынды алды.
«Йәш уҡсылар Фәһим Ғайсин һәм Рәйес Низаметдинов етәкселегендә шөғөлләнә. Лайыҡлы награда менән ҡотлайым! Был уңыш — ныҡышмалы хеҙмәт, профессионализм, эшкә тоғролоҡ һәм тренерҙың, ата-әсәләрҙең, спортсыларҙың дөйөм тырышлығы һөҙөмтәһе», — тип билдәләне Арыҫлан Шәһәретдинов.