Республикабыҙ уҡыусылары футбол буйынса Бөтә Рәсәй турнирында еңеү яуланы
Салауат ҡалаһында «Күн туп – Йәш футболсылар лигаһы» футбол ярыштарының финал этабы үтте. Турнирҙа Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән спортсылар ҡатнашты.
Октябрьский ҡалаһының 4-се спорт мәктәбе командаһы үҙ төркөмөндә беренсе урынды яуланы һәм Волгоградта Рәсәй Суперкубогында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Алексей Пальчинский хәбәр итте.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан мәктәптәренең футбол командалары Бөтә Рәсәй турнирының финалына сыҡты.