Сибайҙан МХО ветераны армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турнирында бронза миҙал яуланы
Өфөлә армрестлинг буйынса «Урал алышы. Көслөләр ярышы» уҙҙы.
Ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле спортсылар ҡатнашты. Сибайҙан МХО ветераны Сергей Ипатов турнирҙа уңышлы сығыш яһап, 3-сө урынды алды. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры «Көслө кешеләр» төбәк проектының дауамы булып тора, уның маҡсаты – спорт ярҙамында хәрби хәрәкәттәр ветерандарын яраҡлаштырыу. Сараға абруйлы ҡунаҡ – армрестлинг буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин килгәйне.