Республика уҡсылары «Илбирс-4» халыҡ-ара турнирында уңышлы сығыш яһаны30.07.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республика уҡсылары «Илбирс-4» халыҡ-ара турнирында уңышлы сығыш яһаны

Башҡортостан уҡсылары Ҡырғыҙстанда 3 миҙал яуланы.

25 июлдән 29 июлгә тиклем Ҡырғыҙстанда уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара турнир үтте. Ярышта Рәсәйҙән, Ҡырғыҙстандан һәм Ҡаҙағстандан 69 спортсы ҡатнашты. Был хаҡта республиканың спорт министрлығы хәбәр итә.


3Д дисциплинаһында Хөрмәт Таһиров көмөш миҙал алды. Батырхан Ғайсин «бронза» яуланы.


Шулай уҡ 50 метрлыҡ арауыҡта (ҡырғыҙ сәбендә) Батырхан Ғайсин көмөш призер булды.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-07-30/luchniki-iz-bashkirii-pokorili-mezhdunarodnyy-turnir-ilbirs-4-4332416



Вернуться назад