Республикабыҙҙан ауыр атлет Европа беренселегендә өс миҙал алды30.07.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республикабыҙҙан ауыр атлет Европа беренселегендә өс миҙал алды

Нефтекама спортсыһы Айһылыу Ниғмәтйәнова Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Ярыштар Испанияның баш ҡалаһы Мадридта үтте. Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Айһылыу Ниғмәтйәнова алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.


Икебәйге финалында алыш ҡыҙҙы. Алтын миҙал алыу өсөн Айһылыуға 1 килограмм ғына етмәне. Яҡташыбыҙ икенсе көмөш миҙалын алды. 


«Яурыным имгәнһә лә, майҙанға еңергә тигән маҡсат менән сыҡтым. Үҙемде ҡулға алдым, минеңсә, яҡшы сығыш яһаным», — тине чемпион.


Айһылыу Нефтекаманың спорт мәктәбендә тренеры Илзирә Усманова етәкселегендә шөғөлләнә. Бынан алдараҡ яҡташыбыҙ дүрт милли рекорд ҡуйҙы һәм Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-07-30/tyazheloatletka-iz-bashkirii-zavoevala-tri-medali-na-pervenstve-evropy-4331896



Вернуться назад