Баш ҡалала МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн спорт фестивале ойошторола
«Үҙебеҙҙең спорт ғаиләһе» фестивале 9 августа Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә була.
Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда МХО-ла ҡатнашыусылар, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары осраша. Турнир 5 спорт төрө буйынса үткәрелә: армрестлинг, пауэрлифтинг, пуля менән атыу, өҫтәл теннисы, уҡтан атыу. Шулай уҡ МХО яугирҙәренең ғаиләләре «Күңелле старттар»ҙа ярыша.
Фестиваль ҡунаҡтарын мәҙәни программа көтә, майҙансыҡта аниматорҙар, аквагрим эшләй, федерациялар үҙ спорт төрөн тәҡдим итә.
0+