Башҡортостан спортсылары донъя чемпионатында 12 миҙалға лайыҡ булды
Яҡташтарыбыҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә 12 миҙал яуланы.
Тхэквондо буйынса донъя чемпионаты һәм беренселеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Аль-Айн ҡалаһында уҙҙы. Башҡортостан спортсылары 10 алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм команда зачетында еңеүсе булды. Был хаҡта республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
Рената Мөхәмәҙиева һәм Айнур Фәхретдинов икешәр алтын миҙал алды. Әнүәр Фәхретдинов ике алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы. Ксения Антышева илебеҙҙең йыйылма командаһына дүрт алтын һәм бер бронза миҙал килтерҙе.