Кушнаренко ерендә легендар көрәшсе Рәмил Бәшировты һуңғы юлға оҙаттылар
Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылында легендар көрәшсе, милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Рәмил Бәширов менән бәхилләштеләр. Был хаҡта муниципалитет башлығы Марат Латипов социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Рәмил Бәширов илдең спорт көрәше тарихында сағыу эҙ ҡалдырҙы. 1972 йылда, 17 йәшендә, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы исемен яулай. 1987 йылда спорт мастеры исеменә лайыҡ була. 1981-2003 йылдарҙа күп тапҡыр район һабантуйҙары еңеүсеһе, спортсыларҙың күп быуындары өсөн көс һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө булып тора.
«Рәмил Нәби улы Кушнаренко районында милли көрәшкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе ине. Уның ошо спорт төрөнә тоғролоғо йәштәрҙе дәртләндерҙе, ул үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булып торҙо. Рәмил Нәби улы һәр ваҡыт үҙенең тәжрибәһе һәм белеме менән уртаҡлашты, районыбыҙҙа көрәште үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға тос өлөш индерҙе. Үҙенең юғары дәрәжәһенә һәм спорт ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, Рәмил Нәби улы ябай, ихлас күңелле кеше булып ҡалды. Районда йыл һайын үткәрелеп килгән «Батырҙар йыры» байрамын ойоштороусыларҙың береһе ине, шул рәүешле ул тыуған төйәгенә һәм спортҡа тоғролоғон раҫланы», — тип билдәләне Марат Латипов.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.