Туймазы районынан физкультура уҡытыусыһы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды
Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Радик Ғәбдрәхимов «Физкультура остазы» Бөтә Рәсәй конкурсының 10 еңеүсеһе иҫәбенә инде.
«Физкультура остазы» Бөтә Рәсәй конкурсын «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм үҫмерҙәр хәрәкәте үткәрә. Быйыл бер мең педагог еңеүсе булды, ә иң яҡшы унау Красноярскиға «Беренселәр саҡырыуы» Бөтә Рәсәй проектының IV этабына саҡырылды. Улар араһында Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Радик Ғәбдрәхимов та бар. Муниципалитет башлығы Булат Мусин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙа.
«Был еңеү генә түгел, ә һөнәри оҫталыҡты, эшкә тоғролоҡто һәм уҡыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа һәм төрлө яҡлы үҫешкә илһамландырыу һәләтен таныу. Ә алда – яңы бейеклектәр! Радик Ғәбделмалик улы «Беренселәр саҡырыуы» проектының финалында ҡатнаша, унда илдең иң яҡшы уҡытыусылары һәм тренерҙары йыйыла. Был иһә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уникаль мөмкинлек, районыбыҙ өсөн яңы перспективалар», — тип билдәләне Булат Мусин.