Йәштәр хоккей лигаһының иң яҡшы снайперы Максим Ильичев «Салауат Юлаев»ҡа күсте
Йәштәр хоккей лигаһында уҙған миҙгелдәге һөжүмсе символик рәүештә лиганың иң яҡшы биш уйынсыһы иҫәбенә инде.
«Салауат Юлаев» тәрбиәләнеүсеһе Максим Ильичев Мәскәү өлкәһенең «Витязь» командаһынан туған клубына күсте.
Өфө хоккей клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уҙған миҙгелдә Максим Ильичев Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған. 48 матчта форвард 48 (33+15) мәрәй йыйған һәм лиганың иң яҡшы биш уйынсыһы иҫәбенә ингән.
Үткән миҙгел йомғаҡтары буйынса Максим Ильичев Йәштәр хоккей лигаһы даими чемпионатының иң яҡшы снайперы тип танылған.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 19 йәшлек Максим Ильичев Өфөлә тыуған. Хоккейсы спорт карьераһын 2013 йылда «Салауат Юлаев»та башлаған. 2022-2023 йылдар миҙгеленән «Русские витязи» хоккей клубы өсөн сығыш яһаған.