Ике ҡулын юғалтҡан Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы03.07.2025

Ике ҡулын юғалтҡан Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы


Туймазы районынан Илназ Дәүләтов Өфөлә терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙал яуланы. Илназдың еңеүе тураһында республиканың Адаптив спорт үҙәге директоры Айрат Дауытов хәбәр итте.

«Өфөлә терәк-хәрәкәт аппараты зарраланған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Туймазы районынан Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәйҙе хайран ҡалдырҙы. Ул 400 метрға йүгереүҙә еңеүсе булды», — тип ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты Айрат Дауытов.


Бынан алдараҡ «Башинформ» токка һуғылып ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтовтың тормошо нисек үҙгәреүе хаҡында яҙғайны.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 июлдән 4-енә тиклем Өфөлә терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары бара. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 24 төбәгенән 8-17 йәшлек 60-тан ашыу спортсы ҡатнаша.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-07-02/poteryavshiy-kisti-obeih-ruk-ilnaz-davletov-stal-pobeditelem-turnira-v-ufe-4299442



Вернуться назад