Яҡташыбыҙ Ҡытайҙа теннис ярышында көмөш миҙалға лайыҡ булды
Башҡортостан тенниссыһы, Паралимпия уйындары чемпионы Елена Прокофьева Ҡытайҙа өҫтәл теннисы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш миҙал яуланы. Башҡортостан спортсыһының еңеүе хаҡында республиканың Адаптив спорт үҙәгенән хәбәр иттеләр.
«ITTF World Para Future Taipei 2025» өҫтәл теннисы буйынса халыҡ-ара ярыштар Ҡытайҙың Тайбэй ҡалаһында уҙҙы. Елена Прокофьева финалда япон спортсыһы Вада Нацукиҙан еңелде һәм икенсе урынды алды. Уйын 3:2 иҫәбе менән тамамланды, Прокофьева бер мәрәйгә генә ҡалышты.
Ҡатын-ҡыҙ парҙарында Елена Прокофьева Ҡурған өлкәһенән Мария Галкина менән сығыш яһаны һәм алтын миҙал яуланы.