Республика самбистары Рәсәй йәштәренең VI йәйге Спартакиадаһында миҙалдар яуланы27.06.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республика самбистары Рәсәй йәштәренең VI йәйге Спартакиадаһында миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары Рәсәй йәштәренең VI йәйге Спартакиадаһында миҙалдар яуланы. Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазынан Алеся Шәрипова һәм Өфөнән Самат Маннанов самбо буйынса ярыштарҙа бронза призер булды.

Илдең 23 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда 51 спорт төрө буйынса Рәсәй йәштәренең VI йәйге Спартакиадаһы бара. Өфөлә спорт гимнастикаһы буйынса турнир 27 июндә тамамлана.


Бынан алдараҡ «Башинформ» яҡташыбыҙ Анна Кулинич-Сорокинаның Рәсәй кубогында алтын миҙал алыуы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-26/sambisty-iz-bashkirii-zavoevali-medali-na-vi-letney-spartakiade-molodezhi-rf-4289787



Вернуться назад