Илдан Ғәзимов «Салауат Юлаев» менән контрактын оҙайтты
Һаҡсы клуб менән яңы килешеүгә ҡул тамғаһын ҡуйҙы. Яңы контракт бер йылға иҫәпләнгән. Уҙған миҙгелдә Ғәзимов КХЛ-дың бронза призеры булды.
Уҙған йылда «Салауат Юлаев» тәрбиәләнеүсеһе 72 уйында 6 (2+4) мәрәй йыйҙы, файҙалылыҡ күрһәткесе +4. Плей-офф уйындарында ла Илдан команда өсөн лайыҡлы көрәште, ике позицияла уйнаны: һаҡта һәм һөжүмдә.
«Әлбиттә, Өфөлә ҡалғым килде, иҫ белгәндән алып, ошонда йәшәйем, тиергә мөмкин. Көйәрмәндәр ҙә мине үҙ башҡорто итте», — тип һөйләне «Башинформ»ға Ғәзимов.
Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе быға тиклем «Башинформ»ға башҡорт телендә интервью биргәйне.