Башҡортостан ҡыҙы Алина Зураева – ҡырғыҙ көрәше буйынса донъя чемпионы25.06.2025
Фото: Руслан Хәбибов, Telegram

Башҡортостан ҡыҙы Алина Зураева – ҡырғыҙ көрәше буйынса донъя чемпионы

Башҡортостандан Алина Зураева ҡырғыҙ көрәше буйынса донъя чемпионы исемен яуланы. Яҡташыбыҙ 66 килограмм ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал алды, тип хәбәр итә республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.

«Бындай еңеүҙәр осраҡлы хәл түгел, ә көндәлек хеҙмәт, дисциплина һәм ныҡлы рух көсө. Спортсыны һәм уның тренеры Әлфиә Әлимғужинаны ҡотлайым», — тип яҙа Руслан Хәбибов.


Көрәш һәм ҡырғыҙ көрәше буйынса донъя чемпионаты Ҡазанда үтте. Ярыштарҙа 31 илдән 400-ҙән ашыу спортсы, вәкил һәм судья ҡатнашты.


«Ҡырғыҙ көрәше көрәштең башҡа традицион төрҙәренә, шул иҫәптән башҡорт көрәшенә лә яҡын», — тип билдәләне спорт министры.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-25/alina-zuraeva-iz-bashkirii-stala-chempionkoy-mira-po-kyrgyz-kurosh-4290055



Вернуться назад