Башҡортостанда спидвей ветераны Владимир Кононович вафат
Башҡортостан спидвейы ветераны, күп тапҡыр Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе һәм призеры, спидвей һәм боҙҙа уҙыштар буйынса донъя чемпионаттарында ҡатнашыусы Владимир Кононович 82-се йәшендә арабыҙҙан китте. Был хаҡта Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
«Башҡортостан спидвейы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған билдәле спортсы һәм судья Владимир Владимирович Кононович менән бәхилләшеү сараһы 25 июндә көндөҙгө 1-се яртыла «Төҙөүсе» стадионы биләмәһендә уҙа. Владимир Владимировичты белгән, уның талантын һәм спортҡа тоғролоғон хөрмәт иткән һәр кемде уны иҫкә алырға саҡырабыҙ», — тиелә хәбәрҙә.
Владимир Кононович 1964 йылдың ҡышында Октябрьский ҡалаһындағы «Нефтсе» стадионында ҙур спортҡа тәүге аҙымдарын яһай. 1967 йылда «Салауат» командаһы составында Кононович СССР чемпионатының көмөш призеры исемен яулай. 1970-се йылдарҙа – 1980-се йылдар башында «Салауат» командаһы лидеры, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе була.
Баш судья булып Владимир Кононович боҙҙа мотоуҙыш буйынса бик күп СССР һәм Рәсәй финалдарын үткәрә.