Өфөнән Дмитрий Лавров өҫтәл теннисы буйынса Донъя кубогында алтын миҙал алды
Өфөнән Дмитрий Лавров өҫтәл теннисы буйынса Донъя кубогы этабында алтын миҙал яуланы. Башҡортостан паралимпиясыһының еңеүе хаҡында республика вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
Руслан Хәбибов билдәләүенсә, Дмитрий турнирҙың бөтә матчтарында: ике тапҡыр төркөм этабында һәм финалда еңеүсе булды.
«Ул иң көслө дәғүәселәренең береһе, Европаның ғәмәлдәге чемпионы, Парижда Паралимпия уйындарының бронза призеры, венгр егете Эндрю Майорҙы еңде. Донъя серияһы этабында Дмитрий шулай уҡ Швейцария, Бөйөк Британия һәм Франция спортсыларын еңеүгә өлгәште», — тип билдәләне вице-премьер.
Бынан алдараҡ Башҡортостан шашкасылары Донъя кубогының II этабында еңеүгә лайыҡ булды.