Республика көрәшселәре Ҡазанда тәүге алтын миҙалдар яуланы23.06.2025
Фото: Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Республика көрәшселәре Ҡазанда тәүге алтын миҙалдар яуланы

Алтын миҙалдарға Малик Емилов һәм Әнүәр Әхмәтғәлиев лайыҡ булды.

Башҡортостан көрәшселәре Ҡазанда билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә тәүге миҙалдар яуланы. Яҡташтарыбыҙҙың еңеүе тураһында республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.


«Туғандаш Татарстандан яҡшы хәбәрҙәр килде. Беҙҙең егеттәр Ҡазанда билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә тәүге миҙалдар яуланы», — тип яҙҙы ул үҙенең telegram-каналында.


Малик Емилов һәм Әнүәр Әхмәтғәлиев алтын миҙалдар алды. Улар 60 һәм 65 килограмм ауырлыҡ категорияларында еңеүсе булды. Шулай уҡ Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Рәмзил Кинйәбулатов (55 килограмм) бронза яуланы.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-22/bortsy-koresh-zavoevali-v-kazani-pervye-zolotye-medali-4286497



Вернуться назад