Башҡортостанда «Ҡала тренеры» программаһында ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә17.06.2025
Фото: Руслан Хәбибов, телеграм

Башҡортостанда «Ҡала тренеры» программаһында ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә

Башҡортостанда «Ҡала тренеры» программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошо  турала хәбәр итте.


Вице-премьер һүҙҙәренсә, һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырыла.


«Аҡсаны торлаҡ (йорт йәки фатир), өй һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөү өсөн тотонорға мөмкин», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.


Ғаризаларҙы спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығында тапшырырға мөмкин (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә). Талап ителгән документтар исемлеге ведомство сайтында баҫылған.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала спортты үҫтереү стратегияһына үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-17/v-bashkirii-uchastniki-programmy-gorodskoy-trener-poluchat-1-mln-rubley-4279059



Вернуться назад